Понедельник, 29.06.2026, 01:03
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ишморатова Венера Әүәл ҡыҙы сайты

Ҡәҙерле ҡунаҡтар! Һеҙҙе шәхси сайтымда күреүемә бик шатмын!
Һорау алыу
Оцените мой сайт
Всего ответов: 92
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

22 март "Ашказар" радиоканалында кунакта булдым. 

 

Прикрепления: Картинка 1
Просмотров: 354 | Добавил: veneraishmuratova44 | Дата: 23.03.2017 | Комментарии (0)

21 февраль ҡалабыҙҙың 91-се гимназияһында  7-се класта асыҡ дәрес күрһәттем. Билдәле композитор Хөсәйен Әхмәтовҡа арналған дәрес уҡыусыларға бик оҡшаны. Балалар үҙҙәренең тулы, матур яуаптары менән барыбыҙҙы ла бик ҡыуандырҙы. Йыр сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныуҙары бар икәне йөҙҙәрендә сағыла ине. Проект эшендә лә, бер-береһе менән башҡортса аралашыуҙа ла, логик фекерләүҙе талап иткән ребус сисеүҙә лә улар бик әүҙем һәм ихлас ҡатнашты. Дәрестән ҙур дәрт, ҡыуаныс алып, шатланып ҡайттым.

Просмотров: 341 | Добавил: veneraishmuratova44 | Дата: 23.02.2017 | Комментарии (0)

Ҡала күләмендә үткәрелгән “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2017” конкурсы бик матур, йылы, еңел, дуҫтарса атмосферала үтте. Конкурсант уҡытыусылар менән беҙ конкурент булараҡ түгел, ә бер-беребеҙгә кәңәшсе, ярҙамсы булараҡ булдыҡ. Мәртәбәле жюри ағзаларының да беҙгә ҡарата матур мөнәсәбәте беҙгә көс һәм ышаныс өҫтәне.

Таныш ... Читать дальше »

Просмотров: 746 | Добавил: veneraishmuratova44 | Дата: 05.02.2017 | Комментарии (0)

Быйыл был мәртәбәле конкурста 20 уҡытыусы ҡатнашты. Шул иҫәптән беҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары,  өсәү булдыҡ. Тәүге турҙа методик берекмә эше темаһын яҡланыҡ,  артабан дәрес күрһәтеп, дәрескә үҙ анализ яһаныҡ, эссе яҙҙыҡ.  Шуның һөҙөмтәһе буйынса икенсе турға үтеп, оҫталыҡ дәрестәре күр­һәттек. Барлыҡ этап­тарҙан һуң, номинация һәм конкурс еңеүселәрен билдәләнде. Ниһайәт, тулҡынландырғыс мәл килеп етте!  "Йыл уҡытыусыһы - 2017" район конкурсын йомғаҡлау һәм еңеүсе мөғәллимдәрҙе бүләкләү тантанаһы  14 декабрҙә "Дуҫлыҡ" балалар ижады йортонда үтте. Ҡыуанысымдың сиге юҡ -  бәйге һөҙөмтәләре буйынса 1 урынға сыҡтым.Хеҙмәтемә юғары баһа алыуыма шатмын. Шулай ҙа тынысланырға уйламайым, яулайһы үрҙәр бар әле.Район конкурсы артабан да һөҙөмтәлерәк эшләргә дәрт-көс бирҙе, шул уҡ ваҡытта яуаплылыҡ ѳҫтәне. Арт ... Читать дальше »

Просмотров: 603 | Добавил: veneraishmuratova44 | Дата: 14.12.2016 | Комментарии (3)

12 декабрь “Глобус” балалар ижады үҙәгендә беҙ, конкурсант  уҡытыусылар, оҫталыҡ дәрестәре күрһәттек,  эш тәжрибәһе менән уртаҡлаштыҡ, фекер алыштыҡ, кәңәштәр һәм тәҡдимдәр алдыҡ. Мин   “Шиғыр ятлау юлдары” тигән темаға оҫталыҡ дәресе күрһәттем. Коллегаларыма башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе балаларға нисек итеп башҡортса шиғырҙарҙы тиҙ һәм еңел итеп хәтерҙә ҡалдырыу юлдарын өйрәттем. Бындай эш төрөн башҡарғанда уҡыусыларҙың тәбиғи һәләтен, оҫталығын күҙ уңында тотоп эшләйһең. Һәр баланың һәләтен, оҫталығын үҫтереүгә, уның тормошҡа ҡараш даирәһен арттырыуға булышлыҡ итә бындай эш. Эшкә ижади ҡарау, ижади башҡарыу мөмкинлеге бирелә. Оҫталыҡ дәресе ваҡытында коллегаларыбыҙ әүҙем ҡатнашты, уларҙың ярҙамы менән был сара матур һәм фәһемле үтте.

  ... Читать дальше »

Просмотров: 671 | Добавил: veneraishmuratova44 | Дата: 12.12.2016 | Комментарии (0)

1 декабрь "Глобус" балалар ижады үҙәгендә "Йыл уҡытыусыһы- 2017" конкурсында ҡатнашҡан уҡытыусыларҙың семинары үтте. Конкурсанттар үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

5 декабрь ҡалабыҙҙың 115-се һанлы гимназияһында 7а класында "Башҡортостан - чемпиондар иле.Ҡылым" темаһы буйынса асыҡ-дәрес күрһәтәм. Дәрес 14.30 башлана, 309 кабинет.

Просмотров: 195 | Добавил: veneraishmuratova44 | Дата: 02.12.2016 | Комментарии (0)

29 ноябрь көндө "Глобус" балалар ижады үҙәгендә (Комсомол урамы, 79 адресы буйынса) "Йыл уҡытыусыһы-2017" конкурсын асыу тантанаһы була. Сәғәт 15.00. һеҙҙе көтәбеҙ.

Просмотров: 244 | Добавил: veneraishmuratova44 | Дата: 28.11.2016 | Комментарии (0)

Ҡәҙерле ҡунаҡтар! Үҙемдең сайтымда һеҙҙе күреүемә шатмын. Был сайт тәжрибә уртаҡлашыр, фекер алышыр өсөн айырым бер урын булыр тип ышанам. Һеҙҙән тәҡдимдәр көтөп ҡалам.

Просмотров: 235 | Добавил: veneraishmuratova44 | Дата: 14.11.2016 | Комментарии (0)

Вход на сайт
Календарь
«  Июнь 2026  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930
Сайттар









Copyright MyCorp © 2026
uCoz