
Бәләкәйҙән әллә ата-әсәйемдең: “Ҡыҙым уҡытыусы була” - тип һәр ваҡыт әйтеп килеүҙәреме, әллә тәүге уҡытыусымдың авторитеты шулай көслө булдымы инде, һөнәр һайлау ваҡыты еткәс, бер ниндәй икеләнеүһеҙ, Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға килдем. Биш йыл ваҡыт “һә” тигәнсе утеп тә китте, эш башланым. Ул ваҡытта әле уҡытыусы һөнәренең ни тиклем дә яуаплы икәнен аңлап та, төшөнөп тә етмәгәнмен икән. Хәҙер инде уйлап ҡараһаң, уҡыусы өсөн генә түгел, ғөмүмән, бөтә халыҡ өсөн үҙеңде яуаплы икәнеңде аңлайһың. Һинең эшеңдән, эшеңде яратыуыңдан, бала күңеленә үтеп инә алыуыңдан бөтә бер быуын яҙмышы формалаша.
Уҡытыусы… Ниндәй тәрән, киң мәғәнәле һүҙ. Бер генә һүҙ эсенә күпме бурыс, яуаплылыҡ һалынған. Уҡы…Уҡыт…Уҡытыу… Уҡытыусы… Ысынлап та, уҡытыусы булып етеү өсөн күпме баҫҡыстар үтер кәрәк! Уҡы – иң беренсе, һин үҙең бик күп уҡырға, белергә тейешһең. Уҡыт – икенсенән, үҙең белгәнде башҡаларға еткереү мотлаҡ. Ғөмүмән, һәр кем дә шулай эшләргә тейештер. Юҡҡа ғынамы ни халыҡта “Белгән өйрәтер, белмәгән өйрәнер” тигән мәҡәл бар. Өсөнсөнән, уҡытыу – дөрөҫ алымдар менән, төрлө ысулдар менән уҡыта, өйрәтә белергә тейешлеккә ишара бит был. Ошо өсөнсө баҫҡыс уҡытыусыны башҡаларҙан айырып, юғарыраҡ итеп күрһәтә лә инде.
Уҡытыусы, ниндәй генә йәштә булыуға ҡарамаҫтан, ниндәй генә юғары исемдәре, баһалары булмаһын, барыбер уйлана, эҙләнә, ғүмер буйы камиллаша, заман менән бергә атлай. Заман талаптарына ярашлы уҡытыу, белем биреү уның авторитетын күтәрә. Ә балаға белем һәм тәрбиә биреүҙә, уның күңелендә матур сифаттар тәрбиәләүҙә һәм камил шәхес үҫтереүҙә уҡытыусының авторитеты ҙур роль уйнай.
Ауыл ерлегендә тәрбиәләнеп һәм ғаиләһендә үҙ телендә аралашып үҫкән балалар менән эшләү – ул бер. Ә бына ҡала ерлегендә үҫкән, үҙ телен йүнләп белмәгән балалар менән эшләргә булғас, иң беренсе, телебеҙгә ҡарата һөйөү, яратыу, ихтирам тәрбиәләүҙе ҙур маҡсат итеп алам. Әгәр бала күңелендә телгә ҡыҙыҡһыныу бар икән, тимәк, телде өйрәнергә уның теләге, ынтылышы буласаҡ.
Ата-әсә балаға мираҫ итеп матур, мәғәнәле исем, нәҫел-нәсәбенең шәжәрәһен ҡалдыра, хәрәм эштәрҙән тыйылырға, кеше булып йәшәргә өйрәтә. Шағирҙар, яҙыусылар, йырсылар кешегә рухи аҙыҡ биргән кеүек, әҙәбиәт уҡытыусыһы ла уҡыусыға үҙенең асылын аңларға өйрәтә, оло тормошта тура һәм дөрөҫ юл табырға ярҙам итә; йәш быуынға мираҫ итеп тыуған ергә, илгә, тарихыбыҙға хөрмәт һәм иғтибар тәрбиәләп ҡалдыра. Тамырҙарың тәрән киткән икән, тимәк, һин был ерҙә ышаныслы, ныҡлы баҫып тора алаһың, тыуаһы көнгә өмөт менән бағаһың.
Дәрес барышында ҡурай моңон тыңлау, видеоматериалдар ҡулланыу, йә булмаһа бөйөк шәхестәребеҙ тураһында мәғлүмәт алып килеп, шуның буйынса бәхәс, һөйләшеү алып барыу – ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Рухи тәрбиә биреүҙә урындағы таныш ер-һыү, билдәле кешеләр тураһында мәғлүмәттәрҙе ҡулланыу бик отошло. Театрға барыу, тамашалар ҡарау, сәхнәнән яңғыраған матур сығыш тыңлау, әлбиттә, бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Ниндәй генә яңы технологиялар ҡулланмайыҡ, уҡытыусының тере һүҙе иң ҙур тәрбиәүи ҡорал икәнен онотмайыҡ! Дәрес бөткәс, уҡыусыларҙан: “Дәрес өсөн рәхмәт” – тип әйтеп сығыуҙары күңелгә рәхәтлек өҫтәй, эшләргә дәрт арттыра. Әгәр һәр дәресемдә балаға тамсылай ғына яңылыҡ бирә алһам, әгәр ул аҙ ғына булһа ла белем алһа, ваҡытымды бушҡа үткәрмәгәнмен тип уйлайым. Тамсынан күл йыйыла.
Һәр кеше үҙенсәлекле. Уларҙа айырым шәхес күреү, уларҙың хис-тойғоларын, фекерҙәрен, тормошҡа ҡарашын күҙ уңында тотоп, һанға алып эшләгәндә, ысынлап та, юғары мәҙәниәтле, илһөйәр һәм телһөйәр шәхес тәрбиәләргә була. Ә шәхес тәрбиәләү бер көн, йә бер йыл эсендә генә тормошҡа ашырылмай. Бының өсөн оҙайлы һәм ҡатмарлы юл үтеү мөһим. “Тамсы тама-тама ташты тишә” тиҙәр. Оҙон юлдар аша эшеңдең емешен күреү – оло бәхет. Уҡытыусы һөнәрен һайлағанға бер ваҡытта ла үкенмәйем. Үҙемде бәхетле кешеләрҙән һанайым.
Игенсенең эшен үлсәп була:
Сәсеү, урыу - гектар һанында,
Йыйған уңыш - центнер, тонналарҙа,
Шуға ҡарап хөрмәт табында.
Малсының да эшен үлсәп була:
Һөткә - литр, күләм үлсәме,
Иткә, майға - масса үлсәмдәре,
Натураль һан - булһа үрсеме.
Уҡытыусы эшен баһаларға
Табылмаған әле үлсәмдәр.
Үҙ хәленән сығып баһа бирә
Дәрес үткәргәнен күргәндәр.
Дәрес күреп кенә уның эшен
Баһаларлыҡ фекер тыуамы?
Дәрес башы уҡытыусы өсөн
Эштең башы түгел, дауамы.
Эш урыны мәктәп һаналһа ла,
Өйгә ҡайтһа, эше эйәрә.
Һуңлап ҡына ял итергә ятһа,
Төшөнә лә тағы шул керә.
Дәрес үткәреүе был эштең бер
Иң яуаплы ҡыҫҡа өлөшө.
Уҡытыусы эше - айсберг,
Дәрес-һыуҙан өҫкө өлөшө.
Боҙ тауының ундан туғыҙ өлөшө
Һыу аҫтында, сикле шулай ҙа.
Уҡытыусы эшенең сиге лә юҡ,
Шуға уны үлсәп булмай ҙа.






