Воскресенье, 28.06.2026, 09:08
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ишморатова Венера Әүәл ҡыҙы сайты

Ҡәҙерле ҡунаҡтар! Һеҙҙе шәхси сайтымда күреүемә бик шатмын!
Һорау алыу
Оцените мой сайт
Всего ответов: 92
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Портреттар

Мостай Кәрим (1919—2005)

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим (Мостафа Сафа улы Кәримов) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул бик ишле ғаиләлә эш һөйөүсән һәм инсафлы бала булып үҫә. Мостафа бигерәк тә әсәһе һөйләгән әкиәттәрҙе, ҡойған йомаҡтарҙы тыңларға ярата. Иҫ киткес мауыҡтырғыс әкиәттәр уның хыялын байытырға ярҙам итәләр.

Мостай Кәрим 1935 йылда үҙ ауылдарындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ике йыл Өфө педагогия рабфагында уҡый. 1937 — 1941 йылдарҙа ул — Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты студенты.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, Мостай Кәрим армия сафына алына һәм һуғыштың еңеү менән тамамланыуына тиклем фронттарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың авгусында ҡаты яраланып, туғыҙ ай госпиталдә ята. Һауығып сыҡҡас, ул фронт гәзиттәрендә эшләй, Украинанан дошманды ҡыуып сығарыу, Румынияны, Болгарияны, Венгрияны азат итеү һуғыштарында ҡатнаша. Еңеү көнөн — 1945 йылдың 9 Майын — ул Вена ҡалаһында ҡаршылай, һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн, ул II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнә.

Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡас, Мостай Кәрим ныҡлап әҙәби ижад эшенә тотона һәм йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша. Ул 1951 йылдан 1962 йылға тиклем Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһы рәйесе булып эшләй. 1962 йылдың майында ул РСФСР яҙыусылар идараһының секретары итеп һайлана. 1963 йылда Мостай Кәримгә Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән ҙур исем бирелә.

Мостай Кәрим 1935 — 1936 йылдарҙа яҙа башлай. Уның тәүге шиғырҙары йәштәр гәзиттәрендә баҫыла. 1938 йылда “Отряд ҡуҙғалды” тигән тәүге шиғырҙар китабы донъяға сыға. Бынан һуң уның байтаҡ шиғыр китаптары баҫыла. Мостай Кәрим поэзия жанры менән бергә, проза һәм драматургия жанрҙарында ла актив эшләп килә. Уның “Яңғыҙ ҡайын”, “Ҡыҙ урлау”, “Ай тотолған төндө”, “Айгөл иле”, “Салауат”, “Ташлама утты, Прометей!”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы буйынса ҡуйылған “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар” исемле пьесаларын тамашасылар яратып ҡарайҙар. Проза әҫәрҙәренән “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Ярлыҡау” һ. б. повестары баҫылып сыҡты.

Мостай Кәримдең әҫәрҙәре башҡорт телендә генә түгел, урыҫ, татар, украин, грузин, ҡумыҡ һәм башҡа туғандаш халыҡтар телдәрендә айырым китаптар булып баҫылды, сит ил телдәренә лә тәржемә ителде.

М. Кәрим — Салауат Юлаев исемендәге (1967), К. С. Станиславский исемендәге РСФСР дәүләт премияһы (1967) һәм СССР дәүләт премияһы лауреаты (1972), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979).

1940 йылдан бирле Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.

Зәйнәб Биишева 

(1908-1996)

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Зәйнәб Биишева ижады әҙәбиәтебеҙҙең сағыу биттәрен тәшкил итә. Уның жанрҙары яғынан күп төрлө, идея йөкмәткеһе, художестволы формаһы, тел-стиль саралары яғынан бай һәм үҙенсәлекле ижады рухи мираҫыбыҙҙың аҫыл хазинаһын тәшкил итә.

Зәйнәб Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Башҡортостандың хәҙерге Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында ерһеҙ крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ата-әсәһенән бик йәшләй етем ҡала. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң, 1924 йылда ул Ырымбурҙағы башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлап сыға. 1929 — 1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй, ауылда яңы тормош төҙөү эшендә әүҙем ҡатнаша.

1931 йылда 3. Биишева Өфөлә уҡытыусыларҙың квалификацияһын камиллаштырыу курсын үткәндән һуң, Башҡортостан китап нәшриәтенә эшкә ҡалдырыла. Тәүҙә ул башҡорт һәм татар телдәрендә сыға торған “Пионер” исемле дәреслек-журналдың яуаплы мөхәррире, аҙаҡ нәшриәттең дәреслектәр секторында мөхәррир булып эшләй.

1938 — 1951 йылдарҙа 3. Биишева төрлө гәзиттәрҙә, радиокомитетта эшләй. 1951 йылдан һуң — профессиональ яҙыусы.

Зәйнәб Биишева — төрлө жанрҙарҙа берҙәй оҫта эшләгән әҙип. Уның тиҫтәләгән шиғыр һәм поэмалары, “Дуҫлыҡ”, “Серле ҡурай”, “Гөлбәҙәр” тигән драма әҫәрҙәре, балалар өсөн яҙылған әкиәттәре бар.

Зәйнәб Биишева бигерәк тә проза өлкәһендә актив эшләп килә. Уның “Яҡтыға” трилогияһына ингән “Кәмһетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында”, “Емеш” исемле романдары уҡыусылар тарафынан йылы ҡаршы алынды һәм уларҙың яратып уҡыған әҫәрҙәренә әүерелде.

Үҙенең “Сәйер кеше”, “Уйҙар, уйҙар...”, “Ҡайҙа һин, Гөлниса?” тигән повестарында яҙыусы йәштәр тормошоноң мөһим яҡтарын һүрәтләй.

“Мөхәббәт һәм нәфрәт” тигән китабы яҙыусының хикәйәт жанрының оҫтаһы булыуын күрһәтте.

1981 — 1982 йылдарҙа әҫәрҙәренең 4 томлы йыйынтығы баҫылып сыҡты. Күп әҫәрҙәре урыҫ телендә донъя күрҙе. Яҙыусы әҙәби тәнҡит һәм тәржемә өлкәһендә лә һәләтен һынаны. Зәйнәб Биишева йәмәғәт эштәрендә һәм әҙәбиәт өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн миҙалдар һәм өс тапҡыр “Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнде. 1968 йылда Салауат Юлаев исемендәге республика премияһына лайыҡ булды.

Әҙибә 1996 йылда Өфө ҡалаһында вафат булды.

Мифтахетдин Аҡмулла 

(1831-1895)

Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла 1831 йылдың декабрендә элекке Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе, 12-се Башҡорт кантоны, Күлиле Мең олосоноң (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы Камалетдин Ишҡужа улы, әсәһе Бибиөммөгөлсөм Сәлимйән ҡыҙы — икеһе лә аҫаба башҡорттар.

Мифтахетдин башланғыс белемде үҙенең тыуған ауылында, ә унан һуң күрше ауылда Лоҡман тигән башҡорт муллаһынан ала. Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс мәҙрәсәләрендә уҡый. 1850 йылдар уртаһында Стәрлебаш мәҙрәсәһендә бер аҙ белем ала, билдәле суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙең шәкерте була.

1850 йылдарҙың аҙағында тынғыһыҙ тәбиғәтле йәш шағир ил гиҙеп сығып китә. Башта Ырымбур тарафына йүнәлә, унан Яйыҡ, Миәс буйҙарына, Урал аръяғы далаларына юл тота. Башҡорт ауылдарында, ҡаҙаҡ йәйләүҙәрендә балалар уҡытып, алдынғы ҡарашлы мөғәллим, мулдәкә булып таныла.

Үҙенең тыуған илендә атаҡлы башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсе булып дан ҡаҙанған Мифтахетдин мәғрифәт йырын йырлай, ғилемгә арҡыры төшкән иҫке ҡарашлы муллаларҙан көлә, байҙарҙы шелтәләй. Әҙип 1895 йылдың 8(20) октябрендә, Ҡаҙағстандан тыуған яҡтарына ҡайтып килгән сағында, Миәс ҡалаһы менән Һарыстан станцияһы араһында фажиғәле һәләк була. Мифтахетдин Аҡмулла Миәс ҡалаһының мосолмандар зыяратында ерләнгән.

Аҡмулла — XIX быуат башҡорт поэзияһында үҙенең ижады менән тотош бер поэтик мәктәп тыуҙырған иң ҙур мәғрифәтсе шағирҙарҙың береһе. Әҙиптең бик күп әҫәрҙәрендә уның мәғрифәтселек ҡараштары, халыҡ тормошонда яңылыҡҡа, донъяуи үҫешкә өлгәшеү өсөн аң-белемде, ғилем-һөнәрҙе хәл иткес көс тип раҫлаусы идеялары ғәйәт тәрән һәм үҙенсәлекле әйтеп бирелгән.

Үҙе иҫән саҡта Аҡмулланың бер китабы ғына баҫылып сыға. Ул 1892 йылда Ҡазанда сыҡҡан “Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе” тигән китап.

Бынан һуң Аҡмулланың Ҡазанда тағы ике китабы донъя күрә. Береһе — 1904, икенсеһе — 1907 йылда. Аҡмулланың иң тулы йыйынтығы 1981 йыл Өфөлә башҡорт телендә баҫылып сыҡты. Уның китаптары татар, ҡаҙаҡ һәм урыҫ телдәрендә лә донъя күрҙе.

 Рәми Ғарипов 

(1932-1977)

Рәми Йәгәфәр улы Гарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа. Һуғыш бөтөүҙең икенсе йылында тыуған ауылында етенсе класты тамамлағас, ул Өфөгә килеп 9-сы башҡорт мәктәбенә уҡырға инә, шул мәктәп янындағы интернатта тәрбиәләнә.

Урта мәктәпте тамамлап сыҡҡас, Башҡортостан Яҙыусылар союзы тәҡдиме буйынса, 1950 йылда Мәскәүгә барып, А. М Горький исемендәге әҙәбиәт институтына уҡырға керә.

Мәскәүҙә юғары белем алып ҡайтҡас, Рәми Ғарипов 1955 йылдан “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләй башлай. Бер ни тиклем ваҡыт ул Башҡортостан китап нәшриәтендә һәм “Ағиҙел” журналы редакцияһында эшләп ала.

1959 йылда ул тыуған яҡтарына эшкә ҡайта. “Йүрүҙән” колхозында һәм “Һарғамыш” совхозында ул өс йыл комскомитет секретары һәм Салауат район гәзитендә хаттар бүлеге мөдире булып эшләй. Аҙаҡ ул яңынан “Совет Башҡортостаны” гәзитенең әҙәби сотруднигы була. Байтаҡ йылдар “Башҡортостан ҡыҙы” журналының яуаплы секретары вазифаһын башҡара.

Рәми Ғариповтың шиғырҙар яҙыуы Арҡауыл мәктәбендә уҡығанда уҡ башлана, ә Өфөлә 9-сы мәктәптә уҡығанда әҙәби түңәрәктә актив ҡатнашыу, кисәләрҙә яҙыусылар менән осрашыу, консультациялар алыу уның ижадын йәнләндереп ебәрә. Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡыу уға ижад эшенә яуаплы ҡарарға һәм сәнғәт нигеҙҙәрен тәрән белергә өйрәтә.

Рәми Ғариповтың матбуғатта сыҡҡан беренсе әҫәре— 1950 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында баҫылған “Ленин” тигән шиғыры. Әҙәбиәт институтында диплом эше булған тәүге китабы — “Йүрүҙән” исемле шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда донъяға сыға һәм матбуғатта ыңғай баһа алды. Шулай ҙа уның шағир булараҡ формалаша барыуын 1958 йылда сыҡҡан “Таш сәскә” исемле шиғырҙар йыйынтығы асыҡ күрһәтә. Уның поэзияһы өсөн тәрән моң, фекер тығыҙлығы хас. Лирик шиғырҙарынан йәшлек ялҡыны бөркөлөп торһа ла, ул, нисектер, талғын бер сабырлыҡ менән аға. Тормоштағыса моңло һағышҡа мул ул поэзия.

Институт аудиторияларынан, нәшриәт, редакция бүлмәләренән һуң, колхоз ҡырҙарында эшләү ҙә Рәми Ғарипов поэзияһына күп нәмә бирҙе, шағир өсөн үҙе бер ҙур тормош мәктәбе булып әүерелде. Китаптан китапҡа уның поэзияһында халыҡтың тормош һәм ижад тәжрибәһенә нигеҙләнгән философик лирика, халыҡсан юмор көсәйә.

Тормоштоң айышы, йәшәү мәғәнәһе, заман һулышы менән бәйле мотивтар нығына, поэтикаһы халыҡсан тасуирҙар менән байыға. Рәми Ғариповтың ҡобайыр формаһына мөрәжәғәт итеүе лә һис осраҡлы түгел. Ул башҡорт халыҡ поэзияһының фекер тәрәнлеге, мәғәнә теүәллеге, форма камиллығы кеүек иң яҡшы сифаттарынан ижади өйрәнә һәм үҙ шиғырҙарында шуларҙы яңыса — новаторҙарса үҫтереү хәстәрлеген күрә.

Рәми Ғарипов — үҙ ижадына ла, ҡәләмдәштәре ижадына ла ғәжәп талапсан кеше ине. Ошо талапсанлыҡ һәм ижадҡа хәстәрле, ентекле ҡараш уның әҙәбиәт хаҡында һәм йәш шағирҙар тураһында яҙған мәҡәләләрендә ярылып ята.

Рәми Ғариповтың ижади уңыштары художестволы тәржемәлә лә айырым асыҡ. Ул Пушкиндән, Лермомтовтан, Гейненан, Рудакиҙан, Ғүмәр Хәйямдан, Хетагуровтан, Абайҙан, Блоктан, Есениндан, Рәсүл Ғамзатовтан һ. б. һүҙ оҫталарынан поэзия өлгөләрен башҡорт теленә тәржемә итте. Бынан тыш Иван Франконың, А. Твардовскийҙың әҫәрҙәре, Рәсүл Ғамзатовтың байтаҡ шиғырҙары уның тәржемәһендә башҡортса сыҡты. “Ғөмүмән, әҙәби тәржемә эшен мин үҙебеҙҙең милли культура үҫеше өсөн иң кәрәкле эштәрҙең береһе тип һанайым һәм был эште ахырғаса дауам итәсәкмен”,— тип яҙҙы был хаҡта Рәми Ғарипов үҙе.

Рәми Ғарипов 1977 йылда Өфөлә вафат булды. 1988 йылда уға Салауат Юлаев исемендәге премия (үлгәндән һуң) бирелде.

Әҙип Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән оло исемгә лайыҡ булды.

Назар Нәжми 

(1918-1999)

Назар Нәжми (Назар Нәжметдин улы Нәжметдинов) 1918 йылдың 5 февралендә Башҡортостандың Дүртөйлө районы Миңеште ауылында тыуа. Ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфө металлургия рабфагында уҡый. 1938 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Институттың өсөнсө курсынан, 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышына китә, унан 1946 йылда ғына ҡайта, һуғыш фронттарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапкыр II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана.

Ҡайтҡас, уҡыуын дауам итә: 1947 йылда институттың тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай.

Назар Нәжми 1947 — 1949 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” гәзите, “Әҙәби Башҡортостан” журналы редакцияларында эшләй. 1955 — 1959 йылдарҙа ул — “Һәнәк” журналының баш мөхәррире, 1962 — 1969 йылдарҙа — Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Октябрь Революцияһы ордены, ике тапкыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрак ордены менән наградлана. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана. РСФСР дәүләт премияһы һәм республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Уға 1993 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелде. Назар Нәжми утыҙынсы йылдарҙың аҙағында яҙа башлай. Уның тәүге шиғырҙары 1937 йылда республика гәзиттәрендә баҫыла; шиғыр һәм хикәйәләре “Беренсе йыр” (1938), “Икенсе йыр” (1939) тигән альманахтарҙа урын ала. 1940 йылда “Октябрь” журналында “Ауыл эскиздары” исемле шиғырҙар циклы сыға.

1950 йылда Назар Нәжмиҙең “Тамсылар” исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. Артабан сыҡҡан “Тулҡындар”, “Көтөлмәгән ямғыр”, “Ер һәм йыр”, “Шиғырҙар һәм поэмалар” тигән поэтик китаптары шағир талантының яңынан-яңы һыҙаттар менән байый һәм үҫә барыуы хаҡында һөйләй. Шағирҙың “Әсә”, “Ҡайындар”, “Ҡапҡалар”, “Йыр тураһында баллада” тигән поэмалары киң билдәлелек алды. 60 — 70-се йылдарҙа яҙылған “Дуҫ тураһында ун бер йыр”, “Күлдәк”, “Иблес”, “Урал” исемле поэмалары уның эпик әҫәрҙәренең тәрән драматизм менән һуғарылыуы хаҡында һөйләй.

Назар Нәжмиҙең байтаҡ китаптары Мәскәүҙә һәм Өфөлә рус теленә тәржемә ителде.

Ул драматургия өлкәһендә лә әүҙем эшләне: “Яҙғы йыр”, “Хуш, Хәйрүш”, “Саҡырылмаған ҡунаҡ”, “Егет егетлеген итә”, “Гармунсы дуҫ”, “Күршеләргә ҡунаҡ килгән”, “Ҡыңғыраулы дуға”, “Әтәмбәй” тигән пьесалары Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылды.

1951 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.

Баязит Бикбай 

(1909-1968)

Баязит Ғаяз улы Бикбаев (Баязит Бикбай) Башҡортостандың хәҙерге Көйөргәҙе районына ҡараған Ҡалта ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң бер йыл Ташлы ауылындағы техник мәктәптә уҡый. 1923 йылда Ырымбурҙың Башҡорт педагогия техникумына барып инә. 1928 йылда был уҡыу йортон тамамлап сыҡҡас, Өфөгә килә һәм гәзит-журнал редакцияларында эшләй, шиғырҙарын матбуғатта баҫтыра башлай.

Баязит Бикбай үткән быуаттың 30-сы йылдарында “Башҡортостан” гәзитендә бүлек мөдире, “Октябрь” (хәҙерге “Ағиҙел”) журналында яуаплы сәркәтип, Башҡорт дәүләт академия драма театрында әҙәбиәт бүлеге мөдире вазифаларын башҡара.

Әҙәбиәттә Бикбай үҙен башта шағир итеп таныта. 1932 йылда “Үтеп барған көндәр” тигән тәүге шиғырҙар китабы сыға. Башҡорт дәүләт театрында эшләгән осоронда драматургия менән мауығып китә. “Ҡарлуғас” тигән музыкаль драмаһы академия драма театры сәхнәһендә ҙур уңыш менән бара. Уның артынса Ғәлимов Сәләм менән бергә “Салауат” исемле драманы яҙа. Поэзия һәм драматургия өлкәһендәге ижади ҡаҙаныштары өсөн 1939 йылда башҡорт яҙыусыларынан беренсе булып ул “Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашизмға ҡаршы көрәш, хәрби батырлыҡ, патриотизм идеялары менән һуғарылған ижады сәскә ата. Публицистик мәҡәләләр, очерктар яҙа. “Утлы юлдар”, “Самолет алған Хәбирйән”, “Ватан саҡыра” кеүек китаптары, исемдәре үк әйтеп тороуынса, шул яулы йылдарҙың үткер поэтик тарихы булып яңғыраны.

Баязит Бикбай әҙәбиәттең өс төрө — поэзия, проза, драматургия өлкәһендә лә берҙәй өлгөрлөк һәм һәләт менән уңышлы эшләне. Ул “Ер”, “Йәшә, тормош” кеүек поэмалары, тиҫтәләгән йырҙары, лирик һәм публицистик шиғырҙары, шиғри әкиәттәре менән башҡорт поэзияһының үҫешенә ҙур өлөш индерҙе. Милли драматургиябыҙҙың һәм театр сәнғәтенең күтәрелешенә оло хеҙмәт күрһәтте. Уның “Ҡарлуғас” драмаһы Башҡорт дәүләт драма театры һәм Стәрлетамаҡ, Сибай, Салауат театрҙары сәхнәһендә хәҙер ҙә ҡуйыла килә. Баязит Бикбай Салауат Юлаев тураһында йәнә либретто яҙып, уны музыкаға һалған композитор Заһир Исмәғилев менән бергә классик милли опера сәнғәтебеҙҙе тыуҙырыуға ярҙам итте. Шул уҡ арҙаҡлы композиторыбыҙ менән берлектә ижад иткән “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһы, “Шәүрә” трагедияһы ла классик өлгөләр булып танылды.

Баязит Бикбай — прозаикты “Ҡояшлы көн”, “Аҡсәскә”, “Тере шишмәләр” повестары, “Аҡселән ташҡанда” романы буйынса әҙәбиәт һөйөүселәр бик яҡшы белә.

Күренекле яҙыусыбыҙҙың 1969—1972 йылдарҙа нәшер ителгән “Һайланма әҫәрҙәр” китаптарының биш томлығы (I том. “Шиғырҙар һәм поэмалар”; II том. “Аҡселән” романы; III том. “Повестар, хикәйәләр, очерктар”; IV том. “Пьесалар”; V том. “Хикәйәләр, мәҡәләләр, хаттар”) әҙәби мираҫының жанрҙар төрлөлөгө һәм байлығы хаҡында раҫлап тора.

Ижади уңыштары өсөн Баязит Бикбай ике тапҡыр орден менән бүләкләнгән, уға Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исеме бирелгән, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына (1970 й.) лайыҡ булған.

Мәлих Харис 

(1915-1944)

Мәлих Харис (Мәлих Харис улы Харисов) 1915 йылда Башҡортостандың Саҡмағош районының Яңы күл ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бик йәшләй етем тороп ҡала. Башланғыс белемен үҙҙәренең ауылында ала. 1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Шул уҡ йылда хәрби хеҙмәткә алынып, офицерҙар курсында уҡып сыға. 1944 йылда Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була.

Мәлих Харистың ижади гүмере бик ҡыҫҡа булды, сәскә атып өлгөрмәй өҙөлөп ҡалды. Уның тәүге шиғырҙары 1934 йылда гәзит-журналдарҙа күренә башлай, һәм ул күп тә үтмәй нескә тойғоло, хистәргә бай үҙенсәлекле лирик шағир булып танылып китә. Һуғыш алды көндәрендә ул көр һәм саф тауышлы, күтәренке рух менән һуғарылған әҫәрҙәре менән әленән-әле сығыш яһап тора. Шағир йыш ҡына үҙе кисергән ваҡиғаларҙы тасуирларға тырыша, үҙ мөнәсәбәтен йырлай. “А. С. Пушкинға”, “Йәшлек”, “Диңгеҙгә”, “Руставели”, “Әсә тураһында йыр”, “Мин һөйәм” кеүек поэтик ынйылары бөтә башҡорт поэзияһында билдәле урын тоталар. Ихласлыҡ, үҙ иленә сикһеҙ бирелгәнлек тойғолары уның әҫәрҙәрендә төп урын биләй.

Мәлих Харис үҙе иҫән саҡта әҫәрҙәренең айырым китап булып сығыуын күреү бәхетенә ирешә алманы. Уның “Йөрәк тауышы” тигән беренсе китабы тик ул үлгәндән һуң 1944 йылда баҫылып сыҡты. 1954 йылда шул уҡ китабы, бер аҙ тулыландырылып, Н. Нәжмиҙең баш һүҙе менән баҫылып сыҡты. Үҙенсәлекле шағир Мәлих Харис поэзияһы әле лә беҙҙең сафта бурысын үтәп килә. М. Харистың шиғырҙары рус телендә 1974 йыл “Башҡорт лирикаһы өлгөләре” серияһында сыҡты.

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев 

(1841-1907)

Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы Өмөтбаев 1841 йылдың 21 авгусында (2 сентябрендә) Ырымбур губернаһы Өфө өйәҙе Йомран-Табын волосының (хәҙер Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы) Йомран-Ибраһим ауылында тыуып үҫә.

Ауылындағы мәҙрәсәне тамамлағас, 1852 — 1860 йылдарҙа Ырымбурҙағы Неплюев исемендәге кадетлыҡ корпусында уҡый. Аҙаҡ волость сәркәтибе, старшина вазифаларын башҡара, мөғәллимлек итә һәм, Өфөгә күскәс, Диниә назаратында, округ судында тәржемәсе булып эшләй. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев 1907 йылдың 28 июлендә вафат була.

М. Өмөтбаевтың ижади мираҫы йөкмәткеһе менән ғәжәп бай һәм күп яҡлы. Уның ярайһы ғына өлөшөн ғилми хеҙмәттәр тәшкил итә. Уларҙың бер ни тиклеме айырым китап рәүешендә (“Иман шарттары. Башында уҡыуҙы тиҙерәк белмәктең ҡағиҙәләре менән”. Ҡазан, 1897; “Татар нәхүһенең мохтасары” — “Татар теленең ҡыҫҡаса синтаксисы”. Ҡазан, 1901; “Оренбург духовное собрание мәхкәмәһенең йөҙ йыллығы...”, Өфө, 1903, урыҫ телендә лә сыҡҡан) һәм әҙиптең төп йыйынтығы “Йәдкәр”ҙә (“Иҫтәлек”. Ҡазан, 1897) донъя күрһә, күбеһе баҫылмайынса ҡала (“Фарсыса-русса һүҙлек”; “Фарсыса-татарса-русса һүҙлек”; “Фарсы нәхүһе” — “Фарсы теленең синтаксисы”; “Йыһаннама” — “География китабы”; “Башҡорттар”; “Өфөнөң тарихына ҡағылышлы материалдар”; “Башҡорт ырыуы Йомран Табын” һ.б.).

Туған халҡының тарихын, рухи байлығын өйрәнеү буйынса шаҡтай эшсәнлек күрһәткән өсөн М.Өмөтбаев 1883 й. Урыҫ география йәмғиәтенең Ырымбур бүлегенә ағза итеп һайлана.

XX быуатҡа ингәндә Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев шағир, публицист һәм тәржемәсе булараҡ та киң таныла.

М. Өмөтбаев үҙен беренсе сиратта шағир-тарихсы, шағир-мәғрифәтсе итеп күрһәтә. Шуға ла уның күпселек шиғырҙары (“Үткән ғүмер — ҡалған хәтер”, “Үткән заманда башҡорт ҡыҙҙарының оҙатылыуы”, “Урмансы” һ.б.) уҡыусыла образлы уй, эстетик зауыҡ тыуҙырыуҙан бигерәк, уға белем, төрлө мәғлүмәт биреү хеҙмәтен үтәй.

М. Өмөтбаев шиғырҙарының бер өлөшө мөхәббәт лирикаһы һәм әхлаҡ темаһына яҙылған. “Кемгә хәлем һөйләйем?”, “Һағыныу”, “Һағыныу хаты”, “Минең ғишығым” шиғырҙарында автор мөхәббәттең кеше тормошон шатлыҡтары менән генә түгел, ғазаптары менән дә “биҙәүсе” бик ҡатмарлы хис-тойғолар күренеше булыуын күрһәтеп бирә.

Публицистика өлкәһендә лә М. Өмөтбаев үҙен туған халҡының тормошо һәм яҙмышы менән ысынлап ҡыҙыҡһынған патриот яҙыусы итеп күрһәтә. Үҙенең “Йәмғиәт тәртиптәре”, “Халыҡ байыймы әллә ярлыланамы?”, “Россиялағы “Первое товарищество” циркында”, “Халыҡ мәғарифын юлға һалырға” кеүек мәҡәләләрендә автор ҡыйыу рәүештә батша колонизаторҙарының, реакцион матбуғаттың һәм фәндең “башҡорттар тәбиғәте менән ялҡау һәм аҡыл эшенә һәләтһеҙ” тигән уйҙырмаларын, царизмдың бәләкәй халыҡтарҙы йәберләү, уларҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуйыу сәйәсәтен фашлай.

Үҙенең күп яҡлы ижади эшмәкәрлеге менән М. Өмөтбаев Башҡортостанда ижтимағи аңдың, фәнни фекерҙең һәм әҙәбиәттең үҫешенә тос өлөш индерҙе.

 

Әнғәм Атнабаев

(1928-1999)

Әнғәм Касим улы Атнабаев 1928 йылдың 23 февралендә Башҡортостандың Тәтешле районы Иҫке Күрҙем ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урта мәктәптә уҡый, бер-нисә йыл уҡытыусы була. 1951 йылда Өфөгә килеп, “Ҡыҙыл таң” гәзитенә эшкә инә, башта ул әҙәби сотрудник, аҙаҡ бүлек мөдире булып эшләй. Оҙаҡ йылдар буйы “Һәнәк” журналында мөхәррир урынбаҫары вазифаһын алып бара.

Әнғәм Атнабаевтың шиғырҙары һәм мәҡәләләре илленсе йылдар башынан республика матбуғатында күренә башлай. 1958 йылда “Йөрәк менән һөйләшеү” тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы сыға. Унан һуң “Йәшлек менән осрашыу”, “Мин һиңә өндәшәм”, “Шиғырҙар һәм поэмалар” исемле поэтик китаптары майҙанға килә. Ул үҙ быуынының яҙмышы, йәшлек һәм мөхәббәт тураһында яҙҙы, хәҙерге замандың сетерекле һорауҙарына ҡыйыу яуаптар эҙләне. Уның шиғырҙарына йылы лирика, яғымлы юмор хас.

Поэмалары араһында “Замандашым” тигәне хәҙерге заман темаһына, замандаш образына арналыуы менән айырылып тора. Шағирҙың замандашы — бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килгән, йәшлек осоронда байтаҡ ҡыйынлыҡтар кисергән, ғөмүмән, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып үҫкән яңы быуын.

Әҙәбиәт өлкәһендәге уңыштары өсөн 1997 йылда Ә. Атнабаевҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән исем бирелде. Ул республика комсомолының Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

“Ул ҡайтты”, “Йәйҙең һуңғы көнө”, “Әсә хөкөмө”, “Законлы никах менән”, “Шоңкар”, “Игеҙәктәр”, “Мөхәббәт тураһында йыр”, “Балаҡайҙарым”, “Ут”, “Хушығыҙ, хыялдарым”, “Юлдар өҙөлгән ваҡыт” — Әнғәм Атнабаев ижад иткән күренекле драма әҫәрҙәре. Ул шулай уҡ “Я — Башкирия” һәм “На земле Салавата” тигән тулы метражлы документаль фильмдарҙың сценарийҙарын да яҙҙы.

1960 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.

Кәтибә Кинйәбулатова 

(1920-2012)

Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова 1920 йылдың 15 сентябрендә Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Мәүлит ауылында тыуа. Башланғыс белемде атаһынан ала. Артабан Өфөлә педрабфак тамамлай, Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә. Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, институттың ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, ауылына ҡайта. Кәтибәгә етем ҡалған өс һеңлеһенә, бер энеһенә “ғаилә башлығы” булырға тура килә. Уҡытыусылыҡ уның бөтә булмышын биләй. Башта Сируси ете йыллыҡ мәктәбендә, унан Мөхәмәтҡолой урта мәктәбендә эшләй.

1952 йылдың аҙағында Өфөгә күсеп килә һәм “Әҙәби Башҡортостан” (хәҙерге “Ағиҙел”) журналына эшкә алына. 1960 йылда Мәскәүгә Яҙыусыларҙың Юғары әҙәби курсына уҡырға ебәрелә. 1968 йылда Республикала беренсе тапҡыр ойошторолған “Башҡортостан ҡыҙы” журналына мөхәррир итеп тәғәйенләнә.

1975 йылдан шағирә Кәтибә Кинйәбулатова ижад эшенә күсә.

Кәтибә Кинйәбулатованың әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлауы рабфакта уҡыған йылдарына ҡарай. Шулай ҙа уның ижад эшенең активлашып китеүе Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы йылдарға тура килә. Оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләү, балалар психологияһын яҡшы белеү уның мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар өсөн яҙған әҫәрҙәренең уңышын билдәләй. Уның лирик шиғырҙарына ихласлыҡ, сәнғәтсә ябайлылыҡ, мөләйемлелек хас.

Кәтибә Кинйәбулатованың русса сыҡҡан китаптары матбуғатта ла ыңғай баһа алды.

1956 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

 

Абдулхаҡ Игебаев 

(1930-2016)

Абдулхаҡ Хажмөхәммәт улы Игебаев 1930 йылдың 2 июлендә Башҡортостандың Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуа. Йәшләй етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнә. 1946 йылда Темәс педагогия училищеһын тамамлай. 1946 — 1950 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. “Ҡыҙыл таң”, “Совет Башҡортостаны” гәзиттәре һәм “Ағиҙел” журналы редакцияларында эшләй.

1969 — 1971 йылдарҙа Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡаршыһындағы Юғары әҙәби курстарҙа уҡый. 1971 — 1990 йылдарҙа “Ағиҙел” журналы редакцияһының поэзия бүлеге мөхәррире була.

Абдулхаҡ Игебаев шиғырҙары республика матбуғатында 1948 — 1949 йылдарҙа уҡ баҫыла башлай. Шағирҙың 1954 йылда донъя күргән тәүге китабы “Йәшлек йыры” тип атала.

Абдулхаҡ Игебаевтың “Тыуған ер”, “Ирәндек бөркөтө”, “Йылмайығыҙ, йондоҙҙар”, “Урал тауышы”, “Һағына белә икән таштар ҙа”, “Беләм ерем-һыуым ҡәҙерен”, “Шиғырҙар, поэмалар”, “Гөлдәр һиберҙәй булам”, “Әйтелмәгән һүҙҙәрем бар”, “Һайланма әҫәрҙәр”, “Елеп бара ғүмер йомғағы” һәм башҡа шиғри йыйынтыҡтарын уҡыусылар ихлас ҡабул итте.

Ул нигеҙҙә лирик шағир. Ошо сифат авторҙың шиғырҙарына яҙылған бик күп йырҙарында ла асыҡ сағыла. Уның “Оран һала Ер-әсә” поэмаһы һәм байтаҡ ҡына шиғырҙары рус, украин, ҡырғыҙ, татар, ҡаҙаҡ, үзбәк, яҡут һәм башҡа телдәргә тәржемә ителде.

Ул — балалар әҙәбиәте өлкәһендә лә әүҙем эшләй.

Абдулхаҡ Игебаев — Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Ул — Башҡортостан Республикаһының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Абдулхаҡ Игебаев — Баймаҡ ҡалаһының һәм районының почетлы гражданы, шағир Батыр Вәлид исемендәге премияның иң беренсе лауреаты.

Абдулхак Игебаев — Өфөлә, Мәскәүҙә, Ҡазанда башҡорт, рус, татар телдәрендә сыҡҡан утыҙҙан артыҡ китап авторы.

1963 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Шәйехзада Бабич 

(1895-1919)

Шәйехзада Бабич 1895 йылдың 2 ғинуарында Өфө губгернаһының Бөрө өйәҙендә (хәҙерге Дүртөйлө районында) Әсән ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы Мөхәммәтзакир шаҡтай хөр фекерле кеше булған. Батшаға тел тейҙергән өсөн ул хатта эҙәрләнеүҙәргә дусар ителгән.

Шәйехзада башланғыс белемде тыуған ауылында, атаһы уҡытҡан мәҙрәсәлә ала. Ул бәләкәстән уҡырға бик зирәк була. Туҡай, Аҡмулла, Мәжит Ғафури уның иң яратҡан шағирҙарына әйләнә. Халыҡтың йырҙарын, бәйеттәрен, әкиәттәрен мауығып тыңлай, күптәрен йәһәт отоп ала.

1910 йылда, ун алты йәшенә сыҡҡанда, Бабич ҡаҙаҡ далаларына сығып китә. Ҡустанай өлкәһенең Турғай далаларында ятҡан Дүсәнбай тигән ҡаҙаҡ ауылында балалар уҡыта. Шулай итеп, бер ни тиклем аҡса йүнәткәс, 1911 йылдың көҙөнә Өфөгә ҡайтып, “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Ике йылдан һуң, 1913 йылдың йәйендә, йәнә үҙе уҡытып йөрөгән Дүсәнбай ауылына китә, ҡаҙаҡ балаларын уҡытыуын дауам итә. Был юлы ул ҡаҙаҡ телен ныҡлап үҙләштереп өлгөрә, аҡындарҙың әйтештәрен, өләңдәрен тыңлай, ҡаҙаҡ халҡының бөйөк шағиры Абай Ҡонанбаевтың әҫәрҙәре менән таныша. Ул “Себер сәхрәһендә, ҡаҙаҡта уҙҙырған көндәрем” тигән көндәлек дәфтәрендә, “Ҡонанбайҙың өләңендә төп нәфислек вә ләззәт табып, уны татарҙың Туҡайы, ғәрәптең Имрекәйе дәрәжәһенә мендерҙем” тип һоҡланып яҙа.

Бабич Абай тәржемәләре аша урыҫ поэзияһының айырым өлгөләре менән дә таныша. Уны бигерәк тә Лермонтов шиғырҙары хайран итә.

Шәйехзада Бабичтың әҙәби ижад, сәнғәт өлкәһенә тартылыуында Өфөнөң мәҙәни тормошо, “Ғәлиә” мәҙрәсәһе ғәйәт ҙур роль уйнай. Ул мәҙрәсәлә сығарылған “Эләктергес”, “Парлаҡ” исемле ҡулъяҙма журналдарҙа үҙенең тәүге шиғырҙарын баҫтыра, “Милли көй, сәхнә вә әҙәбиәт” түңәрәгендә йыш ҡатнаша. Йор һүҙле, музыкаль тәбиғәтле, мандолинала ғәжәп шәп уйнаусы Бабич әҙәби-музыкаль кисәләрҙең төп фигураһына әйләнә.

Мәҙрәсәлә Ғәлимйән Ибраһимов кеүек танылған яҙыусының уҡытыуы Бабичтың әҙәби ижад эшенә ылығыуын тағы тиҙләтеп ебәрә, әҙәбиәткә, сәнғәткә, ғөмүмән ижад эшенә етди ҡарарға өйрәтә.

1916 йылда Бабич “Ғәлиә”не тамамлағас, Троицк ҡалаһына барып, уҡытыусы булып эшләй. Ҡалала сыға торған “Аҡмулла” исемле сатирик журнал эшендә яҡындан ҡатнаша: шиғырҙар, эпиграммалар яҙа.

Бер йылдан һуң Бабич Өфөгә әйләнеп ҡайта һәм 1917 йылдың авгусында “Ҡармаҡ” журналы редакцияһының саҡырыуы буйынса Ырымбурға китә, шул журналдың секретары булып эшләй башлай. Был осорҙа ул Ырымбурҙа төҙөлгән милли “Башҡорт хөкүмәте” эшенә, “Тулҡын” тигән әҙәби ойошмаға ылығып китә һәм милли азатлыҡ көрәше уртаһында ҡайнай.

1919 йылдың февралендә башҡорт ғәскәрҙәре менән бергә Бабич Ҡыҙыл Армияға килеп ҡушыла. Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы төҙөлгән тарихи көндәрҙә совет матбуғаты хеҙмәткәре булып эшләп йөрөй. Ләкин Граждандар һуғышы ҡыҙыу барған был осорҙа, фронт һыҙығынан йыраҡ түгел ерҙә, 1919 йылдың 28 мартында фажиғәле рәүештә һәләк була.

 

Вход на сайт
Календарь
«  Июнь 2026  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930
Сайттар









Copyright MyCorp © 2026
uCoz